Ярҙамға “Ярҙам десанты” килә!

04 февраля 2022
 
 
Ярҙамға “Ярҙам десанты” килә!
 
Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы “Ярҙам десанты” акцияһына старт бирҙе.
Сара сиктәрендә Стәрлетамаҡта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Сенин ярҙамы нигеҙендә партияның урындағы бүлексәһе “Йәштәр гвардияһы” менән берлектә мохтаж граждандарға, өйҙә сирләп ятҡандарға бушлай аҙыҡ-түлек таратты.
Әйткәндәй, был акцияны алып барған “Беҙҙең ярҙам” ирекмәнлек үҙәге 2022 йылдан алып эшләй һәм ошо ваҡыт арауығында меңәрләгән кешегә аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыу, килтереү менән шөғөлләнә. Шулай итеп ауыр саҡта халыҡ саҡ ҡына булһа ла ярҙамһыҙ ҡалмай. Бындай мәлдә берҙәм булып, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып тороу төп шарт булып ҡала, әлбиттә.
#АшҡаҙарГәзите
#Стәрлетамаҡ
#ЯрҙамДесанты
#БерҙәмРәсәй
#ГазетаАшкадар
#Стерлитамак
#ДесантПомощи
#ЕдинаяРоссия

WhatsApp Image 2022-02-03 at 18.38.09.jpeg


Добро пожаловать на обновленный сайт Cовет городского округа
города Стерлитамак
Внимание! Сайт работает в тестовом режиме